Радий Хәбиров «Патриот» паркында башҡорт теленән диктант яҙҙы

→ Оригинал (без защиты от корпорастов) | Изображения из статьи: [1] [2]

Бөгөн, 27 апрелдә, Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башҡорт теленән халыҡ-ара диктантта ҡатнашты. Уның менән бергә Белорет һәм Мәләүез райондарынан хәрби йыйынға килгән 10-сы класс уҡыусылары, 10 мәктәп директоры һәм акцияға нигеҙ һалыусылар яҙҙы. Диктант тексын Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев уҡыны.

Радий Хәбиров «Патриот» паркында башҡорт теленән диктант яҙҙы

Халыҡ-ара белем биреү акцияһы Башҡортостанда, Рәсәй төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә туған телде өйрәнеүгә киң йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, тел мәҙәниәтен күтәреү, башҡорт телен танытыу һәм популярлаштырыу маҡсатында ойошторола. Быйыл акция 10-сы тапҡыр үткәрелә.

«Бөгөн беҙ унынсы тапҡыр башҡорт теленән диктант яҙырға йыйылдыҡ.

Был бик мөһим сара, йылдан-йыл диктант яҙыусылар һаны арта. Уны күп Рәсәй төбәктәрендә, хатта сит илдәрҙә яҙалар.

Быйыл текстар патриотизм, йәштәр, ғаилә темаһына арналған. Диктантты уңышлы яҙырһығыҙ, тип ышанам.

Туған телде шулай һаҡлайыҡ, үҫтерәйек», - тине республика Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, акцияла ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, акция тәүге тапҡыр 2015 йылда Башҡорт дәүләт университетында ойошторолдо. Идея авторы - ул саҡта университет уҡытыусыһы Рәшиҙә Мәһәҙиева (хәҙер «Ватандаш» журналының баш мөхәррире). Был идеяны шәрҡиәт һәм башҡорт тел ғилеме кафедраһы мөдире Гөлфирә Абдуллина, башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Риф Әхмәҙиев һәм университет ректоры Николай Морозкин хупланы. Бөгөн улар Башҡортостан Башлығының рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

2019 йылдан акция халыҡ-ара кимәлгә сыҡты. Шул йылда 69 687 кеше диктант яҙһа, 2023 йылда иһә 340 333 кеше, уларҙың 14 327-һе - Рәсәй төбәктәрендә , 1298-е - сит илдәрҙә (Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Төркиә, Канада, АҠШ, Ҡытай, Тажикстан, Германия, Бөйөк Британия, Испания, Италия, Польша, Иран, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Аргентина, Индонезия).

Быйыл диктант текстарының авторҙары - шағирә, тәржемәсе, журналист, «Аҡбуҙат» журналы мөхәррире Лариса Абдуллина, прозаик, шағир Мөнир Ҡунафин, уҡытыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе Зифа Илбахтина.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-27/radiy-habirov-napisal-diktant-po-bashkirskomu-yazyku-v-parke-patriot-3746078